1. Учителям
  2. Новости
  3. Уҡытыусыма!

Уҡытыусыма!

Октябрь 5, 2021 Просмотров: 96
#роднойязык#
#ФондСохраненияРодныхЯзыковНародовРФ#
# Акция «Спасибо учителю родного языка»#

Наурыҙ урта мәктәбенең 10- сы класс уҡыусыһы Байғарина Камилла.

Уҡытыусыма!

Уҡытыусы - донъялағы иң яуаплы, иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Был донъяла бөтә һөнәр эйәләренә уҡытыусылар белем бирә. Мәктәп эскәмйәһе, техникум, юғары уҡыу йорто , хатта тормош юлында ла фәһемле кәңәштәре менән һине изге күңелле уҡытыусы оҙата килә. Ауылыбыҙҙа уҡытыусы һөнәренә вазифаһы менән генә түгел, ә бөтә булмышы, йәне- тәне менән бирелгән, ошо өлкәлә киң йәмәғәтселектең оло абруйын ҡаҙанған ауылдаштарыбыҙ бик күп. Бөгөн мәктәп тарихына бәҫ өҫтәүсе Наурыҙ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Рифҡәт ҡыҙы Ҡаһармановаға маҡтау һәм ҡотлау һүҙҙәре әйтһәк, бик тә урынлы булыр.
Уҡытыусым Фирүзә Рифҡәт ҡыҙы Учалы районының Сораман ауылында тыуған. Бәләкәйҙән үҙ аллы, тырыш ҡыҙсыҡ ҡурсаҡтары менән йә уҡытыусы, йә табиб, йә тегенсе булып уйнай. Әсәнән күргән тун бескән, тигәндәй уҡытыусы һөнәре күңеленә хуш килә.
Фирүзә Рифҡәт ҡыҙы уҡсы йондоҙлоғо аҫтында тыуғанғамы, тормошта бик ныҡышмал, тынғыһыҙ, белемле, ҡуйған маҡсаттарына ирешеʏ сифаттарына эйə булған кеше. Сораман мәктәбен тамамлағас, 10-11 се кластарҙы ул Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡый, артабан күңелле студент йылдары БДУ- ның филология факультетында үтә. Фирүзә Рифҡәт ҡыҙы 2001 йылда Наурыҙ урта мәктәбендә эш башлай. Мәктәптә ул уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары ла, профком етәксеһе лә, музей мөдире лә, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары ла булып эшләй. Ниндәй эшкә тотонһа ла намыҫ менән башҡара. Уның намыҫлы хеҙмәтен мәктәп, район администрацияһынан алған Маҡтау хаттары, грамоталар раҫлай. Ул яғымлы, мөләйем, изге күңелле, ваҡыты менән шаян да кеше. Уны ыҫпай, иғтибарлы булғаны өсөн уҡыусылар ҙа, атай- әсәләр ҙә ихтирам итә. Фирүзә Рифҡәт ҡыҙы ойошторған саралар һәр саҡ ҡыҙыҡ та, фәһемле лә була. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡытыусы һәр балаға был ҡатмарлы тормошта, бигерәк тә беҙҙең 21 быуатта, үҙ - үҙен табырға ярҙам итә, сөнки әҙәбиәт – ул тормош дәреслеге. Уҡыусылар менән район, республика кимәлендәге конкурс, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашалар. Беҙҙе ул матур итеп сығыш яһарға, сәхнәлә үҙеңде матур тоторға, кешеләр менән һәр саҡ мәҙәниле аралашырға өйрәтә.

Уҡытыусы!
Ниндәй гүзәл исем.
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй..
Хөрмәтле Уҡытыусым! Рәхмәт һүҙҙәрем Һеҙҙең өсөн, күпме быуын уҡыусылары күңеленә белем, тәрбиә биреүегеҙ менән уйылып ҡалдығыҙ. Һеҙҙе байрам менән тәбрикләйем. Ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете теләйем.

Уҡытыусым! Һүҙ хатаһын түгел,
Күңел хатаһын да төҙәттең,
Дөрөҫ итеп уҡыр- яҙырға ла,
Дөрөҫ йәшәргә лә өйрәттең.
Рәхмәт, уҡытыусым, һине наҙлап
Тибә минең һәр саҡ йөрәгем,
Ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын – ошо теләгем.