1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына -105 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына -105 йыл

Октябрь 20, 2024 Просмотров: 460
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тула.
Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күренекле йәмәғәт эшмәкәре.
Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән.

Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең...

"Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде", - тиһең.
Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ.
Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы
Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.

Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,
Бер саҡ килер үлем — ят ҡунаҡ.
Ауһам ине шул саҡ, бәйгеләрҙә
Йөрәге ярылып ауған ат һымаҡ.

"Мостай Кәрим портреты" 9 - сы класс уҡыусыһы Ғүмәрова Эльвинаның эше.