1. Родителям
  2. Новости
  3. 7декабря. Девиз дня: «Башҡорт теле – иманлы тел» «Башкирский язык – духовный язык»

7декабря. Девиз дня: «Башҡорт теле – иманлы тел» «Башкирский язык – духовный язык»

Декабрь 8, 2021 Просмотров: 37
Наурыҙ урта мәктәбендә «Башҡорт теле- иманлы тел» темаһына әҙәбиәт дәрестәре, класс сәғәттәре үтте. Уҡытыусылар башҡорт моңдары, шиғырҙары, наҙлы-һутлы һүҙ аша уҡыусылар күңелендә халҡыбыҙға, телебеҙгә һөйөү, ихтирам сатҡылары һалырға тырышты.
Иң әүәл кәрәк нәмә- иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән.
«Хоҙай, кисер»!- тигән менән эш бөтмәйҙер,
«Иман шарты»н өйрәнмәһә – Иван, тигән.
Уҡыусылар Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын өйрәнеп, туған телде һаҡлау тураһында фекер алышты. «Иманлы кеше ниндәй була»? тигән темаға Наурыҙ ауылының "Асия"мәсете имамы Рим хәҙрәт менән әңгәмә ҡорҙолар.