1. Родителям
  2. Новости
  3. Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай.

Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай.

Январь 28, 2021 Просмотров: 33

Бөгөн, 28 ғинуар көнө, физкультура уҡытыусыһы Вәлиева Динә Мәһәҙей ҡыҙы уҡыусылар менән Яйыҡ йылғаһы буйында хоккей уйыны ойошторҙолар. "Мин ҡыш көнө дуҫтарым менән хоккей уйнарға яратам. Был уйын күп көс, сослоҡ талап итә, -" ти 8- се класс уҡыусыһы Линар Ҡаһарманов. Шулай уҡ, ҡыҙҙар -егеттәр саңғылар кейеп, ҡышҡы урманға сәйәхәт тә ҡылдылар. Афарин! Спорт – ул һаулыҡ, көс, матурлыҡ.