Совет дәүләтенең ғәрәп илдәрендәге тәүге илсеһе Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған интернет викторина
Ноябрь 24, 2020
Просмотров: 34
Тарихи шәхестәребеҙ яҙмышы илебеҙ тарихынан айырылғыһыҙ.Тарихи үткәндәрен онотҡан халыҡтың киләсәге лә юҡ, улар онотолоуға дусар була. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған башҡорт халҡының абруйлы шәхестәренең береһе ,совет дәүләтенең ғәрәп илдәрендәге тәүге илсеһе Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған интернет викторинаның төп маҡсаттарының береһе илебеҙ, тарихи шәхестәребеҙ яҙмышы хаҡындағы тарихи мәғлүмәтте йәш быуынға еткереү. Тыуған халҡының тарихи үткәненә битараф булмаған илһөйәрҙәр рәтендә интернет викторинала Учалы районы Наурыҙ уҡыусылары әүҙем ҡатнаштылар.