Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хатип Абдулла улы Кәримовҡа арналған кисә.
Май 5, 2023
Просмотров: 70
Бөгөн Наурыҙ урта мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хатип Абдулла улы Кәримовҡа арналған кисә үтте. Ветерандың балалары Дилә Хатип ҡыҙы, Ләлә Хатип ҡыҙы, Ильшат Хатип улы, ейәне Азат Ильшат улы, килене Рәүзимә Һаҙый ҡыҙы саҡырылды. Улар Хатип Кәримовтың тормош юлы, ғаиләһе, һуғыш тураһында һөйләгән хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Осрашыу йылы, дуҫтарса мөнәсәбәттә үтте. Кисәгә "Хәтер" ойошмаһы етәксеһе, ветеран уҡытыусы Гөлнур Хәлфетдин ҡыҙының, Наурыҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлсинә Ибраһим ҡыҙынын килеүе оло мәртәбә өҫтәне. Кисәне ойоштороусы Гөлшат Наил ҡыҙына, Зилиә Салауат ҡыҙына, уҡытыусылар коллективына ҙур рәхмәт!