Скандинавса йөрөү буйынса флешмоб
Февраль 16, 2022
Просмотров: 51
Бөгөн Наурыҙ ауылында скандинавса атлау буйынса флешмоб уҙғарылды. Мәктәп коллективы ла ихлас ҡушылды. "Скандинавса атлау 1940 йылда Финляндияла барлыҡҡа килгән. 1990 йылдарҙа ул бөтә донъяла билдәлелек яулай. Дөрөҫ атлағанда тәндең 90 проценттан ашыу мускулы хәрәкәтләнә, ҡәҙимгесә атлағанда йәки йүгергәндә, көс башлыса аяҡҡа төшһә, скандинавса атлау тәндең бөтә мускулдарын «эшләтә», 46 процентҡа күберәк калорияны «ашай». Был шөғөл бигерәк тә юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусыларға, быуындар һыҙлауы менән интегеүселәргә, һимеҙлектән ҡотолорға теләүселәр өсөн бик уңай. Даими йөрөү ҡан, йөрәк, үпкә, эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан баҫымын һәйбәтләй, холестерин кимәлен төшөрә,"- тип яҙалар интернет селтәрендә.