Абруйлы һөнәр эйәһе
Уҡытыусы һөнәре борон-борондан изгеләрҙән һаналған. Бөгөн мәктәптәребеҙҙә тырыш, талапсан, үҙ эшенә етди ҡараған уҡытыусыларыбыҙ етерлек. Шундайҙарҙың береһе Наурыҙ урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлсирә Шаймарҙан ҡыҙы Шәғәлина.
Күптәр районыбыҙ данын күтәргән, уҡыусыларын юғары уңыштарға көйләй белгән, үтә талапсан, ғәҙел белгес булараҡ беләләр уны.
Гөлсирә Шаймарҙан ҡыҙы Әпсәләм ауылында тыуып үҫә. Теүәл фәндәргә һәләте булған ҡыҙ Поляковка урта мәктәбен тамамлағас, ике уйлап тормай, Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға керә һәм уны уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын йүнәлтмә буйынса Вознесенка урта мәктәбендә башлай. 1994 йылда Наурыҙ ауылына күсеп киләләр һәм унда башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын дауам итә. 2006 йылдан алып балаларға математика фәнен өйрәтә.
Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә лә ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләр бар. Уҡытыусы эшенең һөҙөмтәһе, тәү сиратта, уҡыусыларҙың уңыштарында сағыла. 30 йыл эш стажы эсендә Гөлсирә Шаймарҙан ҡыҙы төрлө кимәлдәрҙәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа бихисап еңеүсе әҙерләгән. Мәҫәлән, быйыл 11-се класс уҡыусыһы Алһыу Ҡаһарманова математиканан 80 балл йыйып, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға кергән икән. Афарин!
- Уҡыусыларым мәктәп, район, республика кимәлендәге ярыш, конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнаша һәм һынатмай, - Гөлсирә Шаймарҙан ҡыҙы уҡыусылары тураһында шундай илһамланып һәм ғорурланып һөйләй, хатта уның йөҙөнән нур бөркөлә, ә һүҙҙәрендә уларға ҡарата ихлас һөйөү сағыла. - Исем өсөн генә эшләмәйем, тәү сиратта һөҙөмтә талап итәм. Уҡыусыларымдың уңышы - минең өсөн иң юғары баһа, - ти ул. Уҡытыусы һөнәре бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк. Ул ғына уҡыусыһында белемгә һөйөү уята, уны аң-белемгә әйҙәй ала. Гөлсирә Шаймарҙан ҡыҙы ла тап ошондай уҡытыусыларҙың береһе.
- Минең уйлауымса, бәхетле булыуҙың төп серҙәренең береһе - ул яратҡан эшеңдең булыуы. Һөнәреңде ысын күңелдән яратһаң, иртән тороуы ла ҡыйын түгел хатта, сөнки эш урынына ашҡынып бараһың!
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларымды Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап, ошо еңел булмаған ваҡытта берҙәм, бергә булыуҙарын теләйем. Уңыштар, яҡшы кәйеф, ауырлыҡтарҙы еңә белеү һәм изгелектәр юлдаш булһын. Уҡытыусыларға түҙемлек һәм үҙ эшенең оҫтаһы булыуҙарын теләп ҡалам, - тине Гөлсирә Шәғәлина.
Белем үрҙәрендә математика фәне "ҡаяларын" яулау иң ауырылыр, моғайын. Әммә үҙ юлынан ышаныслы атлаған, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, бөтә белгәнен, ваҡытын уҡыусыларына бағышлаған педагог өсөн кәртәләр юҡ. Абруйлы уҡытыусының бөтә маҡсат-ниәттәре тормошҡа ашһын, тип теләйек.