"МОЁ ЛЕТО - 2021"

Октябрь 19, 2021 Просмотров: 35


Быйылғы йәйҙе мин түҙемһеҙлек менән көтөп алдым, сөнки йәйге каникулдар еткәс тә ,әсәйем һәм ҡустым янына Өфө ҡалаһына юлландым.Шунан да ҙур бәхет юҡ ине ул саҡта! Тәү көндәрҙән үк ғаилә менән бергә күңелле мәлдәрҙе үткәреп,аңлата алмаҫлыҡ тойғоларға сумдым.Баш ҡала буйлап матур ерҙәрҙе күреү,төрлө һәйкәлдәр менән танышыу ,парктар буйлап йөрөү,онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле генә ни тора! Өфөнө бейектән күреү теләге менән ҙур ҡуласаға ултырып ,сәйәхәтемде дауам иттек.Әленән әле Өфө ҡалаһын һағынып иҫкә алам.Йәйге ялымдың бер өлөшөн баш ҡалаға бағышлау ,минең өсөн ҙур шатлыҡтарҙың береһе булды.
Ҡаһарманов Линар,15 йәш. Наурыҙ ауылы.