Өлгөргәнлек аттестаты тапшырыу тантанаһы.
Июнь 17, 2021
Просмотров: 198
15 июнь көнө Наурыҙ урта мәктәбендә 9- сы класс уҡыусылары өсөн өлгөргәнлек аттестаты тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл 9- сы класты 3 уҡыусы тамамланы.
Һәр бер кеше табыр үҙ юлын,
Һәр бер кеше табыр үҙ йырын.
Күмелеп ҡалмаҫ алтын бөртөктәр,
Булған саҡта һеҙҙең кеүектәр.
Барған һайын белем юлдары
Күтәрелер тағы юғары.
Яулай барыр яңы киңлектәр,
Булған саҡта һеҙҙең кеүектәр.