Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына- 195 йыл
Январь 18, 2021
Просмотров: 29
Бөгөн Наурыҙ урта мәктәбендә шағир, мәғрифәтсе, ғалим Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улының (Ғәли Соҡорой) тыуыуына 195 йыл тулыу уңайынан дәрестәр уҙғарылды. 11- се класс уҡыусылары Ғәли Соҡорой тураһында ентекле сығыштар әҙерләнеләр. Уҡыусылар Ғәли Соҡоройҙоң тормош юлына арналған БСТ каналының «Интервью» тапшырыуында филология фәндәре докторы, «Шәм яҡтыһы» китабы авторы Миңлеғәли Хөсәйен улы Нәҙерғолов менән әңгәмәне тыңланылар. Ғәли Соҡорой ижады уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.